Муниципальный район Альшеевский район Республики Башкортостан

Вәт, исмаһам, өләсәйҙәр!

28

Яңы Сәпәш ауыл мәҙәниәт йортонда "Супер өләсәйҙәр" бәйгеһе үтте.

Унда Шишмә ауылынан Рита Фазылова, Зәмбилә Бикташева, Лилиә Сиражетдинова, Альбина Мөхәррәмованан торған "Антидиета” командаһы һәм Яңы Сәпәштән Лилиә Шәнгәрәева, Гөлназ Хөсәйенова, Әлфиә Еникеева, Әлфиә Аҫылғужина ҡатнашлығындағы "Зирәктәр” командаһы көс һынашты. Ике ауылдан йыйылған әсәй-өләсәйҙәр үҙҙәренең оҫталыҡтарын төрлө яҡлап күрһәтте. Бәйгенең беренсе шарты булып, һәр ҡатнашыусы команда үҙе менән таныштырырға тейеш ине. Ике команда ла заданиены бик үҙенсәлекле итеп башҡарҙы. Өләсәйҙәр шулай уҡ һәр ҡайһыбыҙ сабый сағының яҡты иҫтәлеге итеп ғүмер буйы күңелендә һаҡлаған бишек йырҙарын да йырлап күрһәтте.

Артабан инде конкурсанттар “Өләсәй һыйы – тәмле һый” бәйгеһе, йыр-моңға һәләтте күрһәтеү, өләсәйҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәренә әйтер изге теләктәре, “ХХI быуат өләсәйе” тип аталған мода күрһәтеүҙә һәм башҡа төрлө ижади ярыштарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Өләсәйҙәр һәм әсәйҙәр береһенән-береһе оҫта, етеҙ, тапҡыр булып сыҡты . Шуға ла жюри ағзалары ике команда ла "Супер өләсәйҙәр" исемен йөрөтөргә лайыҡлы, тип баһаланы. Һәләтле, уңған замана өләсәйҙәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

https://alsh-vesti-b.rbsmi.ru/articles/be-ekel-r-shulay-ul/V-t-isma-am--.